Иҡтисад
24 Июль 2024, 02:50

Монголияға ОСП һәм ДСП экспортлана

Башҡортостандан ағас эшкәртеү предприятиеһы Монголияға экспортҡа 197 кубометрҙан ашыу ОСП һәм ДВП әҙерләгән. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Монголияға ОСП һәм ДСП экспортланаМонголияға ОСП һәм ДСП экспортлана
Монголияға ОСП һәм ДСП экспортлана

     Һайлап алынған продукция өлгөләре Башҡортостан һынау лабораторияһында карантинға бәйле лаборатор экспертиза үткән. Фитосанитар экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса ОСП һәм ДСП-ла карантин организмдары асыҡланмаған. " Оҙатылырға тейеш бөтә ағас продукцияһы импортлаусы илдең талаптарына тап килә. Ағас плитәләр Монголияға контейнер поездары менән оҙатыласаҡ», тигәндәр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре.

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай күләмле эштәр «Халыҡ-ара кооперацияһы һәм экспорт» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты 2030 йылға сеймал энергетик булмаған тауарҙар экспортының реаль үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа тәьмин итеү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас