-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июль 2024, 08:33

Төркиә менән тышҡы сауҙа үҫешә

Башҡортостан менән Төркиәнең тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 20,8 процентҡа артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Төркиә менән тышҡы сауҙа  үҫешә
Төркиә менән тышҡы сауҙа үҫешә

Күрһәткестең үҫеш темптары апрелдән һуң 15,9 проценттан ашыуға тиҙләтелгән. Ике яҡтың тышҡы сауҙаһының 90 процентын Башҡортостан продукцияһын Төркиәгә экспортлауҙан тора. Экспорт йыллыҡ сағылышында 22,һ процентҡа артҡан.

       "Быйыл беренсе кварталда Башҡортостандан Төркиәгә экспорт тауарҙары башлыса минераль продукттарҙан һәм химия сәнәғәте продукцияһынан торҙо.  Шулай уҡ республикабыҙҙан был ил, аҙыҡ-түлек һәм сеймал, ағас һәм целлюлоза, ҡағыҙ изделиелары һәм башҡа тауарҙар, шул иҫәптән мебель, мендәрҙәр, матрастар һәм лампалар импортланы», - тип билдергән  БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы башлығы Маргарита Болычева.

       Әйткәндәй, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Төркиә тышҡы сауҙа буйынса Башҡортостан контрагенттары рейтингында 13,7 процент  менән икенсе урында торған. Бер йыл эсендә ил исемлектә дүрт позицияға күтәрелгән, 2023 йылда тышҡы сауҙа әйләнеше һәм экспорт 2022 йылға ҡарата ике тапҡырға артҡан. Экспорттың нигеҙен машиналар эшләү продукцияһы, химпром продукцияһы, каучук, аҙыҡ-түлек һәм сеймал, минераль продукттар һәм ағас, металл изделиелар тәшкил итә. Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллегенә ҡараған  Башҡортостан вәкиллеге оҙатыуында дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән бер нисә инвестиция проекты бар, улар иҫәбендә Башҡортостанда шпон, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт техникаһы өсөн май һәм һауа  фильтрҙарын етештереүҙе юлға һалыу тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: