Төбәктә һыу етештереү уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 33 процентҡа артҡан, ул саҡта 84 миллион литр һыу етештерелгән булған.Дөйөм алғанда, ил буйынса ярты йылда 6,3 миллиард литр һыу етештерелгән, был уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 14 процентҡа күберәк.
Һыу етештереүҙә иң ҙур темптарҙы Курск өлкәһе (+57%), Красноярск крайы (+51%) һәм Белгород өлкәһе (+48%) күрһәткән. Башҡортостан етештереүҙең үҫеш темптары буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 12-се урынды биләй. Илдә һыу етештереүҙең иң юғары үҫеш темптары минераль тәбиғи-дауалау һыуы сегментында теркәлгән (+32%), 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында 52 млн литрҙан 2024 йылдың шул уҡ осоронда 69 млн литрға тиклем үҫеш.
Үҫеш темптары буйынса икенсе урында газлы һыу тора, уның етештереү күләме 30 процентҡа, йәки 694 миллион литрға тиклем арта. Илдә иң күбе газһыҙ эсәр һыу етештерелә - 4,1 миллиард литр Йәғни, уҙған йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарата үҫеш 15 процент тәшкил иткән.