Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, экспортерҙарҙың фитосанитар документация биреүгә заявкаһы буйынса арыш ононан алынған өлгөләр Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор экспертиза үткән.
"Энтомологик һәм гербологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантинлы зарарлы организмдарҙың иген эшкәртеү продукцияһында асыҡланмаған. Арыш оно импортлаусы илдәрҙең талаптарына тулыһынса тап килә, - тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында. - Лаборатория һғҙғмтәһе нигеҙендә дүрт фитосанитар сертификат бирелде".
Сит илдәргә аҙыҡ-түлек продукцияһы оҙатыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт»милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла