"Рәсәй федерацияһы Хөкүмәтенең килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итергә... Союз дәүләте электр энергияһының берләшкән баҙарын булдырыу тураһында, тиелә документта.
Рәсәй һәм Белоруссия Союздаш дәүләт тураһында килешеүгә 1999 йылда ҡул ҡуя. Килешеү берҙәм иҡтисад, тышҡы сәйәсәт, бюджет һәм һалым киңлеген булдырыуҙы, шулай уҡ ике илдең энергетика, транспорт һәм таможня системаларын берләштереүҙе күҙ уңында тота.
2021 йылда илдәр финанс, энергетика, транспорт һәм башҡа өлкәләрҙә 28 союз программаһын башҡарырға килешә. Шул иҫәптән берҙәм электр энергияһы, нефть һәм нефть продукттары баҙарын булдырыу тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.