Бер йылда үҫеш биш процент тәшкил иткән, был ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.Үҙ мәшғүлдәр һаны ла артҡан, ул 226 меңдән ашҡан.
Кесе бизнес өлкәһендә 560мең кеше мәшғүл. Республика эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү буйынса әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, ярҙам саралары араһында социаль эшҡыуарҙарға гранттар биреү, бизнесты үҫтереүҙә муниципаль программаларын берлектә финанслау, төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттарына финанс ярҙам күрһәтеү бар. Әйтәйек, быйылбыл маҡсатҡа 1 миллиард һум ҡаралған, шуның 445 миллион һумдан ашыуы – милли проектты тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.Бынан тыш, республиканың 13 ҡала һәм районында «Минең бизнесым» үҙәктәре офистары эшләй, улар 5 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән.
Бизнес-шерифтарҙың аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»н үткәреү практикаһы дауам итә. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙамитеү һәм уны үҫтереү инфраструктураһының яңы объекттарын булдырыуҙа мөһим эш йүнәлеше булып тора. Мәҫәлән, 2025 йылдың майына Сибайҙа дөйөм майҙаны 4,8 мең квадрат метрлыҡ “эшҡыуарлыҡ йорто” төҙөләсәк. Ул бизнес өсөн кәрәкле киңлектәрҙе берләштерәсәк.