Районда ҙур сәнәғәт объект төҙөү муниципалитеттың кадрҙар ҡеүәтен көсәйтә: заводта 220 яңы эш урыны булдырыла, өҫтәүенә район халҡына баҫым яһала. Заманса юғары технологиялы производствоға 9 мил-лиард һумдан ашыу инвестиция һалынған.
Ил президенты Владимир Путин 2021 йылда заводты рәсми асыу тантанаһында завод эшендә иң алдынғы технологиялар ҡулланылыуын һәм юғары экологик талаптарға яуап биреүен билдәләне.
— Ил кимәлендә ҙур инвестиция проектын уңышлы тормошҡа ашы-рыуығыҙға бик шатмын. Төҙөүселәргә, технологтарға, заводты сафҡа индереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтергә теләйем. Продукция илдең төҙөлөш тармағында ҙур ихтыяж менән файҙаланыр тип ышанам, — тигәйне Владимир Путин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәби-ров билдәләүенсә, проект республика һәм тотош ил иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Предприятие цементты дымлы ысул менән түгел, ә ҡоро ысул менән етештергәнлектән продукцияның үҙҡиммәте генә түгел, ә атмосфераға кире йоғонтоһо ла һиҙелерлек кәмей. Заводта әйләнешле һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡулланыла һәм тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙы минималь кимәлгә еткереү автомат контролдә тотола.
Быйыл Цемикста 180 мең тонна аҡ цемент етештереләсәк, киләсәктә был күләм 224 мең тоннаға тиклем артасаҡ. Төп продукциянан тыш, компания төҫлө тротуар һәм фасад плиткалары, башҡа төҙөлөш материалдары етештерә.
Динара САФИУЛЛИНА.