Компанияның генераль директоры Марат Дауытов һөйләүенсә, производствола бөтәһе 1 000 квалификациялы белгес эшләй, улар инновацион продукцияның киң номенклатураһын етештерә. Предприятиела ҡорамалдар эшләү үҙәге эшләй.Коллектив уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 35 процентҡа күберәк продукция сығарған.Ҡорамалдарҙы Рәсәй төбәктәренә һәм донъяның һигеҙ иленә – Беларус, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Мысырға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Иранға һәм Ливияға экспортлайҙар.
Етештереүҙе арттырыу өсөн, “Бурсервис" Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фондынан льготалы займ алған, шулай уҡ төбәк лизинг компанияһының отошло шарттарҙа технологик ҡорамалдар һатып алыу программаларында ҡатнаша. 2022 йылдан предприятие «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашып, уның сиктәрендә үҙ продукцияһын әҙерләүгә киткән сығымдарҙы һәм ваҡытты күпкә кәметкән.