Милли проектҡа иҡтисадтың төп сеймал булмаған тармаҡтарынан 183 предприятие йәлеп ителгән. 2,5 меңдән ашыу хеҙмәткәр һаҡсыл етештереү нигеҙҙәрен, етештереү процестарын оптималләштереүҙе өйрәнгән.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында йылына 400 миллион һумдан ашыу әйләнеше булған, эшкәртеү производствоһында, ауыл хужалығы, транспорт, төҙөлөш, сауҙа өлкәләрендә эшләгән компаниялар ҡатнаша ала. Туризм өлкәһендә эшләүсе предприятиеның йыллыҡ килеме 180 миллион һумдан ашыу булғандар ҡушыла ала.
Әйтәйек, “Уфагормолзавод " процестарҙы оптималләштереү арҡаһында продукция етештереүҙе 25,5 процентҡа арттырған. Ә, 2022 йылдың уртаһында милли проектҡа ҡушылған Өфөнөң «Метта» офис мебеле етештереүсе предприятиеһы ошо ваҡыт эсендә продукция сығарыу ике тапҡырға артҡан.