Предприятие директоры Рафиль Әхтәмйәнов республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә инвестиция проектын тәҡдим иткән.Компания Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында ҡырсынташ етештереү буйынса эш алып бара. Инвестор унда өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйырға, фасовкалау цехы һәм әҙер продукция келәте төҙөргә ниәтләй. Эзбиз оно ауыл хужалығы малдары өсөн ҡатнаш аҙыҡ составында өҫтәмәһе кальций сығанағы, шулай уҡ тупраҡ өсөн ашлама булараҡ ҡулланыласаҡ.
Проект республиканың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында әҙерләнгән. Инвестор төҙөлөш майҙансығын әҙерләй башлаған һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөгән. Технологик комплексты сафҡа индереү 26 яңы эш урыны булдырырға һәм йылына 40 мең тоннаға тиклем продукция сығарырға мөмкинлек бирәсәк.
Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хуплаған һәм уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус биргән. «Ҡаҙаяҡ ҡырсынташ карьеры» ЯСЙ-е 2022 йылда ойошторолған һәм Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында теркәлгән. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса предприятиеның килеме 154 миллион, ә саф табышы 23 миллион һум тәшкил иткән.