Белеүегеҙсә, илдең төп спорт форумы Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса үтә. Форумда бөтәһе 100-ҙән ашыу сит ил дәүләте вәкилдәре ҡатнашырға ниәтләй.
Башҡортостандың Спорт министры Руслан Хәбибов форумдың төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, 1500 кеше ҡатнашҡан пленар ултырыш көрәш һарайының универсаль концерт залында үтәсәк. Спорт объектының беренсе ҡатында шулай уҡ эшлекле программа саралары өсөн 200 кешегә иҫәпләнгән өс аудитория әҙерләнгән. Форумдың спорт программаһына «IBA чемпиондар төнө» серияһынан бокс турниры һәм «Өфө-Арена» комплексы майҙансыҡтарында юниорҙар араһында керлинг буйынса бөтә Рәсәй ярыштары инә. Бынан тыш, 17-18 октябрҙә Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында «Ҡурай крайы» ишкәкле слалом буйынса халыҡ-ара ярыштар үтәсәк. Ә фехтование үҙәге 16-20 октябрҙә юниорҙар араһында «Салауат ҡылысы» халыҡ-ара ярыштарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. 17 октябрҙә «Динамо» спорт комплексында «Юғары лига» баскетбол буйынса Рәсәй чемпионаты уйыны уҙасаҡ, унда Өфөнөң «Динамо» клубы Һәм Мәскәү өлкәһенең «ЦСП-Химки» командаһы осрашасаҡ.
19 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Олимпия комитеты менән берлектә «Йөрөү көнө» үткәреү планлаштырыла.