Әйтәйек, июлдә республикаға 198 мең турист килгән. Волга буйы федераль округында туристар ағымы ете айҙа 11,1 миллион булған. Округта иң күп килеүсе төбәктәр булып Татарстан (2,2 миллион турист), Түбәнге Новгород өлкәһе (1,7 миллион) һәм Башҡортостан (1,3 миллион) тора.
Дөйөм алғанда, ғинуар-июль айҙарында ил буйынса туристар ағымы 95,9 миллион кеше тәшкил иткән, был 2023 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 5 процентҡа күберәк. Июлдә туристар һаны рекордлы 22,4 миллион кешегә еткән.
2024 йылдың тәүге ете айында туристар йышыраҡ Мәскәүгә (12,2 миллион), Краснодар крайына (10,3 миллион) һәм Мәскәү өлкәһенә (10,3 миллион) барған.Иң популяр 10 төбәк иҫәбенә шулай уҡ Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Татарстан, Ҡырым, Тверь, Свердловск һәм Төмән өлкәләре инә.Башҡортостан16-сы урында.
2023 йылда тармаҡҡа дәүләт ярҙамы рекордлы булған, йәғни 1,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Быйыл был өлкәләге инвестпортфель 43 миллиард һумлыҡ булған, йәки 400-ҙән ашыу проектты үҙ эсенә алған.