-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь , 08:20

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта

Башҡортостанда 136,7 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, улар мәшғүл халыҡтың дүрттән бер өлөшөнән ашыуын эш менән тәьмин итә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта

Был уҙған йылға ҡарағанда 4,9 процентҡа күберәк. БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы билдәләүенсә, бындай ыңғай динамиканы һаҡлау дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән саралар ярҙамында тәьмин ителгән.

       Бынан тыш үҙмәшғүлдәр һаны артыуы күҙәтелә: 237 меңдән ашыу кеше рәсми теркәлеүҙе һәм махсус һалым режимын һайлаған, был уҙған йылға ҡарағанда, 27,8 процентҡа күберәк.

        2024 йылдың 10 сентябренә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, төбәктә микропредприятиелар һаны 5 процентҡа артҡан һәм 132,1 мең тәшкил иткән, был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының дөйөм һанынан 96,6 процентын тәшкил итә. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны артыуы теркәлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: