Предприятие был деталдәрҙе проектларға, сығарырға һәм ремонтларға йыйына. Был компания "Благовещен" йылдам үҫеш биләмәһенең 31-се резиденты буласаҡ.
Компания профилле ғилми-тикшеренеү институттары менән хеҙмәттәшлек итергә һәм деталдәр етештереүҙә үҙенең технологик яңылыҡтарын индерергә йыйына. Предприятиеның продукцияһы импортты алмаштырасаҡ. Инвестиция проекты быйыл башлана, киләһе йылда төҙөлөш-монтаж эштәре атҡарылып, төп эштәр 2026 йылдың аҙағында тамамланырға тейеш. Предприятие проект буйынса тулы ҡеүәтенә 2029 йылда инергә планлаштыра.
Компанияяңы производствола һәм инжиниринг үҙәгендә 50 белгесте эшкә урынлаштырырға ниәтләй.