-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Октябрь , 07:40

Тышҡы сауҙа әйләнеше 12,5 процентҡа артҡан

Ярты йыллыҡ йомғаҡтар буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше  12,5 процентҡа, ә экспорт 13,7 процентҡа артҡан.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Тышҡы сауҙа әйләнеше 12,5 процентҡа артҡан
Тышҡы сауҙа әйләнеше 12,5 процентҡа артҡан

Мәскәүҙәхалыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендәге «Йыл экспортеры» Бөтә Рәсәй премияһының федераль этабы еңеүселәре билдәләнгән.Башҡортостандан ике предприятие ошо абруйлы премия призерҙары булған.Фанера продукцияһын экспортлаусы «Урал урманы» компанияһы «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ-экспортер» номинацияһында беренсе урын алған.  Ә, ағас материалдар экспортлаусы «Ураллесэкспорт» компанияһы «Электрон сауҙа өлкәһендә иң яҡшы экспортлаусы» номинацияһында икенсе урында билдәләнгән.

      «Ураллесэкспорт» предприятиеһы алдынғы фәнни нигеҙгә таянып, тәбиғәтте һаҡлау технологияларын ҡулланып ағас әҙерләү эшмәкәрлеген алып бара. 2019 йылдан алып компания Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы тарафынан тауарҙарҙы экспортҡа ташыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау буйынса ярҙам ала. Күрһәтелгән ярҙам арҡаһында предприятие үҙ продукцияһын сит илгә ташыу сығымдарының 90 процентын ҡаплай. Компания үҙенең продукцияһын ҙур халыҡ - ара Alibaba.com электрон сауҙа майҙансығында һата, бизнес-миссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, экспорт семинарҙарында һәм вебинарҙарында даими ҡатнаша.

       «Урал урманы» компанияһы – ағас әҙерләү һәм ағас эшкәртеү предприятиеһы. Ул үҙенең продукцияһынИран, Әзербайжан, Үзбәкстан, Мысыр, Ҡытай кеүек илдәргә оҙата.Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамы менән компания2020 йылдан алып продукцияһын сит илгә ташыуға киткән сығымдарының 80 процентын ҡаплап килә.

      Әйткәндәй, “Йыл экспортеры” премияһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан булдырылған һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу саралары исемлегенә ингән. Быйыл конкурста ҡатнашыуға 1700-гә яҡын ғариза бирелгән, еңеүселәр 20 номинацияла билдәләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: