-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь , 07:40

“Автонормаль” заводы үҫешә

2024 йылдың туғыҙ айында Бәләбәй «Автонормаль» заводы (Ростех Дәүләт Корпорацияһына инә) уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда килемде туғыҙ процентҡа, ә саф табышты 29 процентҡа арттырған.

“Автонормаль” заводы үҫешә
“Автонормаль” заводы үҫешә

1971 йылда нигеҙ һалынған “БелЗАН " илдең автомобиль тармағын нығытыу изделиелары һәм пружиналар менән тәьмин итә. Иң ҙур ҡулланыусылар иҫәбендә АвтоВАЗ һәм КАМАЗ предприятиелары бар.

“Автонормаль” заводы коллективында 2,8 мең кеше эшләй. Компания үҙенең етештереү ҡеүәттәрен үҫтереүгә әүҙем инвестициялар һала. Әйтәйек, быйыл технологик процесты модернизациялауға 93 миллион һум йүнәлткән. 2025 йылда дөйөм етештереү күләмен әлеге 27 мең тоннанан 30 мең тоннаға тиклем арттырыу планлаштырыла. Бынан тыш, урта сроклы перспективала предприятиеның технологик потенциалын киңәйтеү өсөн завод импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә йөк автомобилдәре двигателдәре клапандарын етештереүҙе үҙләштереүҙе, шулай уҡ башҡа төр баҙарҙа талап ителгән ҡатмарлы нығытмалар етештереүҙе үҙләштереүҙе планлаштыра.

      Предприятие етәкселеге әлеге мәлдәкадрҙарға ҡытлыҡ булыуын, айырыуса көс талап иткән операцияларҙа кәрәклеген билдәләй. Атап әйткәндә, хәҙерге көндә көйләүселәр, ҡырҡыусылар,станокоператорҙары - бөтәһе141 кеше талап ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: