-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Октябрь , 08:16

Путин «Рәсәйҙә эшләнгән» экспорт программаһын үҫтерергә ҡушҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә һәм Рәсәй экспорт үҙәгенә (РЭЦ) рәсәй продукцияһын сит илдәрҙә танытыу, илдең ыңғай образын булдырыу өсөн «Рәсәйҙә эшләнгән» программаһын үҫтерергә йөкмәтте.   #Владимир Путин

Путин «Рәсәйҙә эшләнгән» экспорт программаһын үҫтерергә ҡушҡан
Путин «Рәсәйҙә эшләнгән» экспорт программаһын үҫтерергә ҡушҡан

Экспортты үҫтереүгә ағымдағы Дәүләт Советы ултырышы бағышланды. "Был практиканы киңәйтергә кәрәк. Рәсәй тауарҙары, тәү сиратта сәнәғәт тауарҙары ҙур танылыу ғына түгел, сит ил һатып алыусылары өсөн асыҡ булырға тейеш», — тигән В. Путин ултырышта. Хөкүмәткә ул экспортты үҫтереү өлкәһендәге төбәк һәм федераль башланғыстарҙы бер бөтөн программаға бәйләргә ҡушҡан. Был эштәрҙе 30 декабргә тиклем ғәмәлгә ашырырға тейеш, тиелә йөкләмәләрҙә. Ул Премьер Михаил Мишустинды һәм РЭЦ директоры Вероника Никишинаны яуаплы итеп тәғәйенләгән. 14 октябрҙә Мәскәүҙә халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә «Рәсәйҙә эшләнгән» форумы үтә. Унда рәсәй экспорт бизнесы вәкилдәре һәм уларҙың сит ил коллегалары осраша. Төрлө формалағы 20-нән ашыу сессия, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Күргәҙмәлә 90 ил, 159 спикер, 75 компания вәкилдәре ҡатнаша.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: