-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ноябрь , 07:40

Ағас экспорты арта

2024 йылдың 10 айында Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы предприятиелары 12 илгә 63 мең кубометрҙан ашыу ағас экспортлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ағас экспорты арта
Ағас экспорты арта

Бындай илдәр араһында Әзербайжан, Афғанстан, Вьетнам, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан инә. Сит илдәргә оҙатылыусы ағас продукцияһы өлгөләре урман россельхознадзоры ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында энтомологик экспертизаһы үткән. "Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, продукцияларҙа зарарлы карантин организмдары табылмаған. Башҡортостан ағас материалдары импортлаусы илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә", - тип һығымта яһағандар Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығында.

      Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» исемле милли маҡсаттар сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты, 2030 йылға сеймал булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа тиклем арттыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: