-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь , 10:06

"Азимут" авиакомпанияһы Өфөнән пассажирҙар ташыуҙы арттыра

«Азимут» авиакомпанияһы Өфөнән яңы рейстар асыу перспективаларын өйрәнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Азимут" авиакомпанияһы Өфөнән пассажирҙар ташыуҙы арттыра
"Азимут" авиакомпанияһы Өфөнән пассажирҙар ташыуҙы арттыра

Белеүебеҙсә, компанияның самолеттарының осоу йүнәлештәре географияһы Башҡортостан халҡының һорауҙарына яуап бирә.Республикала билет хаҡын кәметеү өсөн эске рейстарҙа осоу хаҡының бер өлөшөн субсидиялай. Шулайҙа, Башҡортостандан йылдан йыл туристар ағымы арта бара, шуға күрә ташыу географияһын артабан да киңәйтеү, авиарейстар йышлығын арттырыу мөһим.«Азимут» компанияһының директорҙар Советы рәйесе Павел Удод хәбәр итеүенсә, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Өфөнән авиаташыусы рейстары менән юлға сыҡҡан пассажирҙарҙың дөйөм һаны 180 мең кеше кимәлендә көтөлә.Былуҙған йылдың ошо уҡ күрһәткесенән күпкә юғарыраҡ, ул ваҡытта 120 мең пассажир тәшкил иткән.

Әйткәндәй, тиҙҙән “Азимут" авиакомпанияһы Өфөнән Кемеровоға һәм Тбилисиға (Грузия) авиарейстар башлай. Шулай уҡ Сәмәрҡәндкә (Үзбәкстан) осоштар йышлығын арттыра.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: