-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь , 10:06

Башҡортостан Ҡытайға 6,7 мең тонна рапс майы оҙатҡан

10 айҙа Башҡортостан Ҡытайға 6,7 мең тоннанан ашыу рафинирланмаған рапс майы оҙатҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан Ҡытайға 6,7 мең тонна рапс майы оҙатҡан
Башҡортостан Ҡытайға 6,7 мең тонна рапс майы оҙатҡан

“Ҡытай Халыҡ Республикаһына экспортлау өсөн Көйөргәҙе районының Маячный ҡасабаһынан май экстракцияһы предприятиеһы әҙерләгән 6,724 мең тонна рафинирланмаған рапс майына 314 фитосанитар сертификат бирелде", — тиелә Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығы  белдереүендә.

      Тимер юл флекситанкаларын тикшереү барышында һайлап алынған бөтә 314 партияның һынауҙары энтомологик экспертизалар үтә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса зарарлы карантин организмдары асыҡланмаған.  “Бөтә продукция импортлаусы илдең талаптарына тап килә", - тип билдәләнелә ведомство ҡарарында.

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли проекты маҡсатына ярашлы  «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: