Шул осорҙан алып майҙансыҡта производство биналарына ремонт үткәрелә, инженер коммуникациялары яңыртыла һәм 160 миллион һумға заманса ҡорамалдар ҡуйыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләмендә республика бюджеты средстволары 38 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Муниципалитетта лизинг түләүҙәрен ҡаплау буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 2,6 миллион һум бүлгән. Бынан тыш, инвесторҙар льготалы кредит алған. Бөгөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда булып, продукция етештереү технологияһы менән танышҡан. Төбәк етәксеһе сеймал ҡабул итеү участкаһын, лаборатория комплексын, шулай уҡ һөт, эремсек кефиры, ҡаймаҡ һәм май әҙерләү линияларын ҡараған.
Предприятие тәүлегенә 25 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.