Улар иҫәбендә ауыл ипотекаһы, йорттарҙы төҙөкләндереүгә льготалы кредит, инфраструктураны яңыртыу өсөн ойошмалар өсөн кәметелгән ставка буйынса займдар инә. 2024 йылда федераль бюджетта был механизмдарға 24 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған булған, күптән түгел элек алынған кредиттарҙы хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеү өсөн тағы 11,5 миллиард һум бүленгән.
"Бөгөн беҙ бындай маҡсаттарға өҫтәмә рәүештә 14 миллиард һум самаһы йүнәлтәсәкбеҙ. Был, тимәк, быйыл һуңғы өс айҙа ошондай кредиттарҙы субсидиялауға һәм кредитлау тураһында төҙөлгән 170 меңдән ашыу килешеү өсөн ставканы элекке кимәлдә тотоуға мөмкинлек бирәсәк.
Улар араһында ауыл ипотекаһы ла, льготалы ҡулланыусылар займдары ла, торлаҡ һәм инфраструктура төҙөлөшөн финанслау ҙа бар. Ҡабул ителгән ҡарар ауылда йәшәүсе граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итер тип иҫәпләйбеҙ", - тип иҫәпләй РФ премьер-министры Михаил Мишустин.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ субъекттарының муниципаль берәмектәре башлыҡтары менән осрашыу барышында киләһе йылдарҙала ауыл биләмәләрендә торлаҡ һатып алыуға һәм төҙөү өсөн льготалы ипотека программаһын һаҡланасаҡ тигәйне.