Һаҡ булығыҙ – грипп А!!!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ғинуар , 09:10

Башҡортостан урмандары бюджетҡа 900 млн килтергән

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан урмандары Рәсәйҙең бюджет системаһына 900 миллион һум самаһы аҡса килтергән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан урмандары бюджетҡа 900 млн килтергән
Башҡортостан урмандары бюджетҡа 900 млн килтергән

Дөйөм алғанда, 2024 йылда урман тармағы РФ бюджет системаһына 900 миллион һумдан ашыу, республика бюджетына яҡынса 400 миллион һум аҡса индергән. Биелгән план арттырып үтәлгән.  Шул уҡ ваҡытта бизнестың республикала урман участкаларын ҡуртымға алыуға ихтыяжы кәмей.

Әйтәйек, былтыр республикала 1 миллион кубометр самаһы ағас һатыуға ҡуйылған, шуларҙың 30 проценты ғына һатылған. Сөнки,  санкциялар индерелгәнгә тиклем күп һанлы эшҡыуарҙар экспортҡа эшләгән. Хәҙер улар кәмегән.  Уҙғарылған аукциондар йомғаҡтары буйынса бюджет системаһына килем 80 миллион һум тәшкил иткән, шуның 55 миллионы төбәк бюджетына ингән. Башҡортостанда бөтәһе 2,5 мең ҡуртым килешеүе ғәмәлдә. Иң күп килешеүҙәр 830 рекреацион эшмәкәрлек алып барыуға, йәғни туристик маҡсаттар өсөн төҙөлгән. Һан буйынса икенсе урында – умартасылыҡ тора. Майҙаны буйынса ҡуртымға иң күбе урман әҙерләүселәрҙә, йәки  1,5 млн гектар урманға 230 килешеү төҙөлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: