2025 йылда уны 2,1 миллиард долларға, 2030 йылда — 3,6 миллиард доллар, 2036 йылда — 4,3 миллиард доллар еткереү планлаштырыла. Бындай маҡсаттар 2025-2030 йылдарға экспортты үҫтереү программаһында билдәләнгән.
Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт продукцияһы экспорты күләмен 2025 йылда 1,4 миллиард долларҙан 2030 йылда 2,5 миллиардҡа тиклем һәм 2036 йылда 2,8 миллиардҡа тиклем еткереү планлаштырыла. Ә, агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләмен 2025йылда 327 миллион долларҙан 2030 йылда 651 миллион долларға тиклем һәм 2036 йылда 700 миллион долларға тиклем арттырыу планлаштырыла.
Туристикхеҙмәттәрэкспортыкүләме2025 йылда 47,4 миллион долларҙан 2030 йылда 94,8 миллионға тиклем һәм 2036 йылда 100 миллион долларға тиклем артырға тейеш.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары экспортерҙары һаны 2036 йылда 2023 йыл менән сағыштырғанда 86 процентҡа артырға тейеш, бәләкәй һәм урта бизнестың сеймал һәм энергетик булмаған экспорт өлөшө 117 процентҡа артырға тейеш.Экспортлаусыилдәрһанын2030 йылда 25 процентҡа һәм 2036 йылда 33 процентҡа арттырыу планлаштырыла.
2030 йылға тиклем программаны финанслау күләме 24,7 миллиард һум кимәлендә иҫәпләнгән, шуларҙың 22,7 миллиарды бюджеттан тыш сығанаҡтар буласаҡ.