Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә «Алға» сәнәғәт-производство тибындағы айырым иҡтисади зона булдырылды. 2023 йылда уның составына «Өфө» индустриаль паркы территорияһы индерелеп киңәйтелде. Резиденттар өсөн һалым һәм таможня льготалары, юл һәм коммуналь инфраструктураға тоташыу мөмкинлеге бар.
Әлеге мәлдә алты предприятие эш башлағанда инде. Уларға, махсус кейем тегеү менән шөғөлләнгән «Аркада» сәнәғәт берекмәһе, ZASPORT спорт кейеме етештереү буйынса тегеү фабрикаһы, «АМКОДОР-Ағиҙел» иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү заводы һәм «ЗУР» светодиодлы лампалар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештереү буйынса компания инә.
2024 йылда «Уфимец» электр ҡорамалдары етештереү буйынса ғилми-производство берекмәһе һәм Юл буяуҙары етештереүгә махсуслашҡан «Азимут» компанияһы өҫтәлгән. Был алты предприятиеның дөйөм инвестициялар күләме 3,8 миллиард һумдан ашҡан, ә сығарылған продукция суммаһы 3,2 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, 770-тән ашыу кеше эш урыны тапҡан.