«2030 йылға Рәсәй пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендә глобаль технологик лидерҙар иҫәбенә инергә тейеш», — тигән Владимир Путин пилотһыҙ авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. Президент, ил эсендә лә, унан ситтә лә ватан технологик етештереү платформаһында ҡеүәтле индустрия, инфраструктура һәм БПЛА сервисы системаһын булдырыу кәрәклеген билдәләгән.
Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй был өлкәне илдә төп өлкәләрҙең береһе итеү буйынса мәсьәләне хәл итеүгә кәрәкле барлыҡ ресурстарға эйә.
Путин, шулай уҡ, илебеҙ ғалимдарының, конструкторҙарының, инженерҙарының, эшселәренең һәм технологик эшҡыуарҙарҙың ғәйәт ҙур потенциалы булыуын һыҙыҡ аҫтына алған.