Был ҡырҡылған урман майҙанынан 18 процентҡа күберәк. Башҡортостан урмандарҙы тергеҙеү буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Шуныһы мөһим, был эштә урындағы халыҡ әүҙем ҡатнаша. Һөҙөмтәлә 2024 йылда республика «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ултыртылған ағастар һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды алды. Ә көҙгөһөн үткән «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһында Башҡортостан урманды тергеҙеү буйынса илдең иң яҡшы 10 төбәге иҫәбенә инде.
Үткән йыл урмансыларҙы ағас үҫентеләре менән тәьмин итеү маҡсатында 4 тонна самаһы орлоҡ әҙерләнгән, шул иҫәптән 320 килограмы яҡшыртылған ағас орлоғо. Йыл һайын республикала 50 миллион данаға яҡын ҡиммәтле ағастар үҫентеләре үҫтерелә. Был бөтә республика урман ҡулланыусыларының ихтыяждарын тулыһынса ҡаплай һәм күрше төбәктәргә ултыртыу материалдарын һатыуҙы ойошторорға ла мөмкинлек бирә.