Иҡтисад
7 Февраль 2025, 03:49

Кәрәкмәгән һөнәрҙәр буйынса абитуриенттарҙы алмаҫҡа

      Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә уҡыуға ҡабул итеү тәртибен үҙгәртергә һәм ил иҡтисады ихтыяждарына яуап бирмәгән белем биреү программаларын алып ташларға ҡушты.

Кәрәкмәгән һөнәрҙәр буйынса абитуриенттарҙы алмаҫҡаКәрәкмәгән һөнәрҙәр буйынса абитуриенттарҙы алмаҫҡа
Кәрәкмәгән һөнәрҙәр буйынса абитуриенттарҙы алмаҫҡа

       Был хаҡта ул Фән һәм мәғариф буйынса Совет ултырышында белдерҙе.  “Иҡтисад һәм хеҙмәт баҙары яғынан һорау булмаған һөнәрҙәр буйынса уҡытыуҙы туҡтатыр кәрәк", — тигән Дәүләт башлығы. Ул шулай уҡ профилле булмаған юғары уҡыу йорттарында һәм уларҙың филиалдарында бындай һөнәрҙәргә уҡытыу яраҡһыҙлығы тураһында ла белдергән.

      “Уларҙа белгестәр әҙерләү кимәле бик түбән, ул бер кемгә лә кәрәкмәй», — тип билдәләгән Президент. Путин шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында практик уҡытыуҙы киңәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған, производствола талап ителгән заманса проектлау һәм конструкциялау ысулдарына күберәк иғтибар бүлергә кәрәклеген белдергән. Ул, математика һәм тәбиғи фәндәр буйынса мәктәп программаларын яңыртыу кәрәклеген һәм уҡыу материалын уҡыусылар өсөн аңлайышлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә, уның күләмен балансларға ҡушҡан. Ул билдәләүенсә, Рәсәйҙә техник белем биреү тәү сиратта фундаменталь булырға тейеш, ә математика һәм тәбиғи фәндәр буйынса кәрәкле белем базаһы 5-9-сы кластарҙа уҡ һалына, был, эксперттар баһаһы буйынса, «киләсәк белгестәр әҙерләү өсөн мөһим осор» булып тора. Әммә күптәр был фәндәргә ҡыҙыҡһыныуын уҡыуҙың башында уҡ юғалта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас