Орлоҡ материалдары, Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшерелгән. "Фитосанитар экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланманы. Бөтә продукция импортлаусы илдәрҙең, атап әйткәндә Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандың фитосанитар талаптарына тап килә»,-тип һығымта яһалған күҙәтеү ведомствоһында.
2024 йылда Башҡортостан сәсеү өсөн орлоҡ экспортын 2023 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға арттырған.
Дөйөм алғанда, былтыр сит илдәргә 5003 тонна иген, ҡуҙаҡлы иген, мал аҙығы һәм майлы культуралар орлоғо оҙатылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә бер нисә йыл «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның буйынса 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыу маҡсаты ҡуйылған.