Декабрҙә күрһәткес ноябрь күрһәткестәренән 9,4 процентҡа күберәк һәм 2023 йылдың декабренә ҡарағанда 4 процентҡа күберәк булған.
Волга буйы федераль округында күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше 17,05 триллион һум тәшкил иткән, бер йылда 8,5 процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында Татарстан (4,42 триллион һум), Түбәнге Новгород өлкәһе (3,2 триллион) һәм Һамар өлкәһе (1,95 триллион) алда баралар. Башҡортостан
дүртенсе урында.
2024 йылда округтың бөтә 14 төбәгендә лә күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше үҫеш күрһәткән.