Иҡтисад
28 Февраль 2025, 03:32

"Урал батыр юлы" паркы төҙөлә

Учалы ҡалаһының мәҙәни - ял паркын төҙөү проекты  2024 йылда "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль конкурсында еңеүсе булды. «Урал батыр юлы» исемле прроектты тормошҡа ашырыуға 145 миллион һумға тиклем аҡса бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Урал батыр юлы " паркы төҙөлә«Урал батыр юлы " паркы төҙөлә
«Урал батыр юлы " паркы төҙөлә

Паркты төҙөкләндереү өсөн подрядсыны һайлап алыу  конкурсы иғлан ителгән. Заказсы булып Учалы ҡалаһы хакимиәте сығыш яһай. Эштәр өс кимәлдәге бюджеттарҙан финансланасаҡ: федераль ҡаҙнанан — 90,2 миллионға, төбәк ҡаҙнаһынан — 53,4 миллионға, муниципаль ҡаҙнанан 1,5 миллион һумға тиклем бүлеү планлаштырыла.

    Техзаданиеға ярашлы, паркта яңы сәхнә, бер нисә павильон һәм «Урал батыр»эпосы образдарына һәм персонаждарына стилләштерелгән арт-объекттар ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ паркта яңы ултырғыстар ҡуйыласаҡ, балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар, скейтбординг  өсөн памп-трек, теннис өсөн өҫтәлдәр һәм башҡа объекттар булдырыласаҡ.

Бынан тыш, территорияны яңынан йәшелләндереү, юлдар төҙөү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү аппараттарын монтажлау, бәҙрәф, хеҙмәт биналары төҙөү планлаштырыла.

         Подрядсыны 17 мартта һайлау күҙаллана. Эштәр 2025 йылдың октябрь аҙағына тамамланырға тейеш. «Урал батыр юлы» проекты «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи тораҡ пункттарҙы үҫтереү» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Башҡортостандың тағы  Нефтекама, Благовещен, Бәләбәй һәм Салауат ҡалалары еңеүсе булды. Бөтә проекттарҙы тормошҡа ашырыу быйыл башланырға тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас