Иҡтисад
5 Марта 2025, 10:30

Шәхси хужалыҡтарҙа ер майҙанын күпме булырға тейеш

Башҡортостанда граждандарҙың шәхси хужалыҡтарының максималь майҙанын 5 гектарға тиклем арттырырға теләйҙәр. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Хәҙер кеше крәҫтиән-фермер хужалығын булдырмайынса үҙ ихтыяждары өсөн файҙаланған ер участкаларының майҙаны 0,5 гектарҙан артмай. Төбәктәр был сикте 2,5 гектарға тиклем арттыра ала. Башҡортостан дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тураһында" федераль законға төҙәтмәләр проектын индерергә ниәтләй. Улар РФ субъекттарына сик майҙанын хәҙерге кеүек биш тапҡырға түгел, ә ун тапҡырға арттырырға рөхсәт итеүҙе тәҡдим итергә теләй.

      Төҙәтмәләр проектының авторҙары уларҙың кәрәклеген төрлө төбәктәрҙә тупраҡтың уңдырышлылығы ныҡ айырылып тороуы менән аңлата, әгәр бер территорияла бер һыйырҙы аҫрау өсөн бер гектар етһә, башҡа урында был етерлек булмауы мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас