Иҡтисад
7 Март 2025, 04:24

Эшҡыуарлыҡ алға китһен өсөн

Район хакимиәтенең ултырыштар залында эшҡыуарҙар өсөн уҡытыу семинары уҙҙы. «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә уҙған семинарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында бәйән ителде.

Эшҡыуарлыҡ алға китһен өсөнЭшҡыуарлыҡ алға китһен өсөн
Эшҡыуарлыҡ алға китһен өсөн

Артур Дәүләтбаев, район хакимиәт башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары:

— Семинар яңы эш башлаған һәм тәжрибәле эшҡыуарҙар араһында тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу өсөн мөһим майҙансыҡҡа әйләнде. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе һәм спикерҙарҙан фәһемле яуаптар ала алды. Бындай семинарҙар артабан да районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн булышлыҡ итәсәк.

Сарала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре үҙ эшен башларға ниәтләгән эшҡыуарҙар һәм граждандар менән осрашты. Семинарҙа район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, хакимиәт башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев,  «Минең эшҡыуарлыҡ» үҙәгенән Кристина Грюмова, Башҡортостан микрокредит компанияһынан Эмиль Бикташев, төбәк лизинг компанияһынан Зөлфиә Бәшәрова ҡатнашты.

Кристина Салауат ҡыҙы төбәктә эшҡыуарлыҡты алып барыу, көнүҙәк трендтар һәм эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Эмиль Булат улы микрофинанслау, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн кредит алыу шарттары хаҡында әйтеп үтте, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Зөлфиә Наил ҡыҙы лизингтың өҫтөнлөктәрен, лизинг программаларында ҡатнашыу шарттарын атаны һәм был механизмды һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр бирҙе.

Сарала райондан 47 эшҡыуар ҡатнашты. Яңы эш башлағандар, йәш эшҡыуарҙар  гранттар һәм башҡа күп нәмәләр тураһында мәғлүмәт тыңланы. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса консультация алыу мөмкинлеге лә булды.

 

Эшҡыуарлыҡ алға китһен өсөн
Эшҡыуарлыҡ алға китһен өсөн
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас