Бының менәнкомпания «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәтте үҫтереү фонды»нан дозалаусы роботтар етештереүҙе киңәйтеү буйынса проектты үтәүгә 17,2 миллион һум күләмендә льготалы займ алыуға өлгәшкән.
Республикаһының гарантия фондының маҡсаты - төбәктең бәләкәй һәм урта бизнесының финанс ресурстарына инеүен тәьмин итеү. Фонд бындай заемсыларға кредит биреү хәүефен үҙ өҫтөнә алып, банкҡа кәрәкле тәьминәт йәки залог бирә алмаған компаниялар өсөн поручитель булып сығыш яһай. Өфөнөң «Асгард» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте полиуретан, силикон һәм эпоксид материалдар кеүек төрлө компоненттарҙы ҡатнаштырыу һәм дозалау процестарын герметиклаштырыу һәм автоматлаштырыу өсөн ҡорамалдар етештерә. Шулай уҡ ул һанлы программа менән идара ителгән станоктар (ЧПУ) һәм роботлаштырылған дозалау комплекстары эшләү менән шөғөлләнә. Компанияның продукцияһы Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә киң ҡулланыла. «Асгард» предприятиеһының конструкторлыҡ-технология бүлеге, производство цехтары һәм һынау лабораторияһы бар, был етештереүҙең һәр этабын атҡарырға һәм контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
Алынған аҡсаны компания дозалаусы роботтар етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтергә ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу яңы эш урындары булдырырға һәм компанияның баҙарҙағы позицияларын нығытырға мөмкинлек бирәсәк.
Әйткәндәй,2024 йылда республиканыңгарантияфондыдөйөм суммаһы 1,4 миллиард һумға 128 поручительство биргән.