Иҡтисад
18 Март 2025, 05:30

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға сығымдар артасаҡ

2025 йылда республикала балаларялынойоштороуға3,3 миллиард һумбүленә. Уҙғанйыл менән сағыштырғанда был 17,8 процентҡа күберәк.  

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға сығымдар артасаҡБалаларҙың йәйге ялын ойоштороуға сығымдар артасаҡ
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға сығымдар артасаҡ

Быйылғы республика лагерҙарында бер балаға тәүлек сығым 1,24 мең һум күләмендә раҫланған, былтыр 1,2 мең һум тәшкил иткән. Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 1,89 мең балалар лагеры эшләйәсәк, унда 500 меңдән ашыу бала ял итәсәк. Был республикалағы балаларҙың дөйөм һанынан 96 процент, шул иҫәптән төп формала – 197,7 мең бала көтөлә. Шулай уҡ  йәй республика Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларынан 600 баланы һәм 50 оҙатыусыны ялға итеүгә ҡабул итәсәк.

        Балалар ялын үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дүрт йылда Башҡортостанда лагерҙар һаны 28 процентҡа артҡан — 2021 йылда 1,46 меңдән 2024 йылда 1,87 меңгә тиклем.Ҡала ситендәгейыл әйләнәһенә эшләүсе лагерҙарһаны29-ҙан 51-гә тиклем артҡан, был балаларға профилле ҡыҫҡа ваҡытлы ярыштар, ял көндәре турҙары һәм ғаилә уҙыштары ойошторорға мөмкинлек бирә.Бындай лагерҙар һанының артыуына муниципаль лагерҙарҙың матди базаһын ремонтлауға һәм нығытыуға төбәк ҡаҙнаһынан 200 миллион һум бүлеү булышлыҡ иткән.Дүртйылда төбәктә йыл әйләнәһенә эшләүсе ун профилле балалар лагеры асылған, был маҡсатҡа бюджеттан 130 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

         Башҡортостан өсөнсө йыл модулле конструкциялар төҙөү һәм балаларҙың ял итеү ойошмаларында капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль проектта ҡатнаша. Ике йыл эсендә 11 торлаҡ модуле төҙөлгән, бер аҙыҡ-түлек блогы һәм бер медицина блогы капиталь ремонтланған. Быйыл Баймаҡ районындағы «Орленок» балалар лагерында ике модуль корпус төҙөләсәк, Шулай уҡ Ҡыйғы районындағы «Маяҡ» лагерында капиталь ремонт үткәреләсәк, был маҡсатҡа 88 миллион һум бүленгән, шуларҙың 77 миллионы — федераль бюджеттан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас