2024 йылда продукция һатыуҙар 20 процентҡа артҡан, йәки 193,9 мең тоннаға еткән.Натрийгидрокарбонатының(аҙыҡ содаһының химик атамаһы) 40проценттанашыуыэкспортҡа оҙатыла.Төп һатып алыусылар булып Латин Америкаһы, Көньяҡ Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәре тора. Һуңғы йылдарҙа, санкцияларсәбәпле төп поставкалау йүнәлештәре үҙгәргән.Быға ҡарамаҫтан, үткән йылда экспорт күләмен 43 процентҡа арттырыуға өлгәшкәндәр.
Ил эсендә аш содаһын күберәк Үҙәк һәм Волга буйы федераль округтары субъекттары ала. Улар дөйөм килемдең 64 процентын бирә. 2024 йылда аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм ауыл хужалығы яғынан ихтыяж үҫкән, ошо сәбәпле продукцияны һатыуҙар 20 процентҡа артҡан. Соданан тыш, предприятие хлорлы кальций һәм аҡ ҡором сығара. Стәрлетамаҡта етештерелгән кальций содаһы, шулай уҡ быяла, металлургия, целлюлоза-ҡағыҙ һәм нефть сәнәғәтендә лә киң ҡулланыла. Бөгөн кальцинирланған сода етештереүсе “Сода” заводы Рәсәйҙә, хатта Европала иң ҙуры һанала.
Стәрлетамаҡтағы предприятие каустик соданың беренсе партияһын 1945 йылда сығара башлай. Әйткәндәй, завод төҙөлөшө 1939 йылда уҡ башлана һәм һуғыш йылдарында ла дауам итә. 1980 йылдарҙа Башҡортостан предприятиеһы сода етештереү буйынса илдә лидер була, уларҙың продукцияһы ватан баҙарының 90 процентын биләй.