2025 йыл республикала рәсми рәүештә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы сиктәрендә әҙерләнгән саралар планына ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары ойошторолдо. 27 февралдән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ҡатындары өсөн 4,5 проценттан түбән ставкалы эшҡыуарлыҡ займдары ҡаралған. Сара эшҡыуарлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн финанс тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә ярҙам итергә тейеш. Кредит алыуҙың тулы ҡағиҙәләре Башҡортостан микрокредит компанияһы сайтында баҫылған centerrb.ru/. Займ алыу мөмкинлектәре буйынса мәғлүмәтте аныҡлау өсөн эшҡыуарҙар Башҡортостан микрокредит компанияһына 8(347) 246-20-50 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Артур Дәүләтбаев, район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары:
— Дәүләт эшҡыуарлыҡ ярҙамы сараһын алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә юридик шәхес булараҡ дәүләт теркәүе булырға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһындағы (РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған) белешмә булырға тейеш. Ошо документтары булған кешеләр үрҙә яҙылған телефон номерҙары йәиһә сайт аша инеп, кредит алыуҙың ҡағиҙәләре менән таныша ала.