Ә 2025 йылдың аҙағына был һанды тағы ла 2 процентҡа арттырыу һәм 145 меңгә еткереү планлаштырыла.
"Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһе 600 меңгә яҡын кешене эш менән тәьмин итә. Шулай уҡ үҙмәшғүл граждандар һаны арта. Йыл йомғаҡтары буйынса үҙмәшғүлдәрҙең дөйөм килеме 33 миллиард һумдан ашып китә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 74% тиерлек арта. Эшҡыуарҙарҙан һәм үҙмәшғүлдәрҙән республика бюджетына дөйөм килемгә һалым буйынса керемдәр 22 миллиард һум тәшкил итте, был уҙған йылға ҡарағанда 38 процентҡа күберәк», – тип билдәләне хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР-ның иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
2024 йылда эшҡыуарлыҡ өлкәһендә федераль дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 1 миллиард һум тәшкил итһә, шуларҙың 445 миллион һумдан ашыуы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленә. Ағымдағы йылда «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» яңы милли проекты сиктәрендә эш дауам итә.