Иҡтисад
3 Апрель 2025, 02:45

Инвесторҙар консерва заводы төҙөй

Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға заманса консерваланған продукция етештереүсе завод төҙөү проектын тәҡдим итте. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Инвесторҙар консерва заводы төҙөйИнвесторҙар консерва заводы төҙөй
Инвесторҙар консерва заводы төҙөй

Проектҡа инвестициялар күләме 225,7 миллион һум тәшкил итә, производствоға һалынған аҡса 5,6 йылда кире ҡайтарыла. Предприятиены Туймазы районы Түбәнге Троицк ауылында урынлаштырырға тәҡдим ителә. Корпорация был майҙансыҡтың уңайлы географик һәм логистик урынлашыуы менән нигеҙләй, был урындан илдең үҙәк төбәктәрен Себер, Алыҫ Көнсығыш һәм Урта Азия илдәре менән бәйләгән Транссебер магистрале үтеүен билдәләй. Бынан тыш, был төбәк территорияһын ике федераль трасса, М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” һәм Р-240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлы киҫеп үтә, ә Ағиҙел ҡалаһында “йылға — диңгеҙ” класындағы порт урынлашҡан.

      "Бөгөн консерваланған продукция етештереү иң перспективалы һәм тиҙ үҫеүсе йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Пасталар һәм пюрелар етештереүгә ҙур өлөш бирелә. Заводта 38 эш урыны булдырыласаҡ. Предприятие йәшелсә һәм емеш-еләк эшкәртеп, томат пастаһы, консерваланған йәшелсә, йәшелсә икраһы, емеш-еләк пюреһы һәм маринадланған бәшмәктәр сығара ала. Планлаштырылған йыллыҡ ҡеүәте 1,5 мең тоннанан ашыу томат пастаһы, 806 тонна йәшелсә икраһы, 653 тонна консерваланған ҡыяр, помидор һәм борос, 35 тонна емеш пюреһы һәм 217 тонна маринадланған бәшмәк етештереүгә тиң. Презентацияла республиканың бай сеймал базаһына эйә булыуы билдәләнгән. Башҡортостанда асыҡ һәм ябыҡ грунтта йәшелсә етештереүсе эре компаниялар урынлашҡан, шулай уҡ быяла банкалар һәм ҡапҡастар етештереүсе компаниялар эшләй. Инвесторға ябайлаштырылған тәртиптә дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү, льготалы займ алыу мөмкинлеге гарантиялана. Проект өҫтөнлөклө статусы аласаҡ. Предприятиены урынлаштырыу өсөн дөйөм майҙаны 6,98 гектар булған участка бүленә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас