"Башҡортостан йыл һайын ошо механизм сиктәрендә туристик индустрияны үҫтереүгә федераль аҡса йәлеп итә. Быйыл уның суммаһы республикабыҙ өсөн 36 процентҡа артҡан һәм 226 миллион һумдан ашып китте», – тип билдәләне БР Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров. 2024 йылдан республиканың туристик индустрия субъекттарына гранттар биреү «Туризмды үҫтереү» дәүләт программаһының «Туристик сәфәрҙәр һаны» төп күрһәткестәренә өлгәшеүгә йүнәлтелгән һәм бының өсөн федераль средстволар йәлеп итеү мөһим.
"Быйыл бюджет аҡсаһын тәү сиратта туристик маршруттарҙа инфраструктура объекттарын булдырыуға, геопарктар биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтергә планлаштырабыҙ. Туризмды үҫтереү оҙайлы сроклы маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы иҫәпкә алып комплекслы һәм системалы тормошҡа ашырыласаҡ», – ти БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Берҙәм субсидия сиктәрендә 2025 йылда туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса кәм тигәндә 37 проектҡа (кемпингтар, пляждар, туристик ҡорамалдар, бассейндар, турмаршруттарға) ярҙам итеү, ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен төҙөкләндереү, шулай уҡ күләмле саралар үткәреү планлаштырыла. Шуны ла билдәләр кәрәк, туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса бөтә проекттар ҙа инвестицион булып тора. Гранттар проект хаҡының 50 процентынан артмай, инвесторҙар аҡсаһы – 50 проценттан кәм түгел.