Иҡтисад
3 Апрель 2025, 02:30

Ҡытайға ике мең тонна көнбағыш майы оҙатылған

Башҡортостан Ҡытайға тағы ла ике мең тонна көнбағыш майы оҙатҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡытайға ике мең тонна көнбағыш майы оҙатылғанҠытайға ике мең тонна көнбағыш майы оҙатылған
Ҡытайға ике мең тонна көнбағыш майы оҙатылған

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белдереүенсә Ҡытайға экспортлау өсөн Көйөргәҙе районынан май экстракцияһы предприятиеһы әҙерләгән ике мең тонна рафинирланмаған көнбағыш майына 90 фитосанитар сертификаты  бирелгән. Күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре үҫемлек майы һалынған бөтә 90 тимер юл флекситанкаһынан һынауҙар өсөн  өлгө алып тикшергән. Көнбағыш майы өлгөләре бөтә кәрәкле лаборатория тикшеренеүҙәре үткән,  хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған.

      Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли проекты нигеһендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған, энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас