Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә, йәшәгән урыны буйынса «Ғаилә» дәүләт учреждениеһына, Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә йәки «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәге» Республика дәүләт автономиялы учреждениеһының структур бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Үрҙә һанап үтелгән ойошмалар урындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә үҙенең эшен асырға теләүсе тураһында хәбәр итә. Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәткәрҙәре уның эшҡыуарлыҡ эшен алып бара алыу, алмау тураһындағы аң кимәлен белер өсөн тест үткәрә. Әгәр ҙә эшҡыуар тест һорауҙары буйынса талап ителгән тейешле баллдарҙы йыйһа, уның бизнес-планы комиссия ултырышында ҡарала, йәғни ул үҙенең проект эшен тәҡдим итә. Проект бөтә талаптарға ла яуап биргән осраҡта эшҡыуар үҙенең эшен асыу һәм кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыу өсөн дәүләттән 350 мең һум күләмендә ярҙам ала аласаҡ.
Әгәр ҙә тест һорауҙарын үтә алмаһа, уны "Минең бизнес" үҙәгенә уҡыуға ебәрәләр. Һуңынан ул ҡабаттан тест һорауҙарына яуап бирә ала.
Социаль контракт дәүләт менән бер йылға төҙөлә. Эшҡыуар үҙ эшен башлаған осраҡта ай һайын Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә отчет биреп барырға тейеш.
Гөлдәр Әйүпова, Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең әйҙәүсе белгесе:
2025 йылда 5 комиссия ултырышы үтте. Унда райондан бөтәһе 14 эшҡыуарҙың бизнес-планы ҡаралды. Һөҙөмтәлә, 7 кеше үҙ эшен асыу өсөн дәүләттән ярҙам алды. Ҡалған етәүһенең бизнес-проекттары талаптарға яуап бирмәгәнгә күрә, уларға ундай мөмкинслек бирелмәне. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан был йәһәттән күп эштәр башҡарабыҙ. Был программа буйынса мөрәжәғәт иткән һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, аңлатабыҙ. Тәүге тапҡырҙан үтә алмағандарға ҡабаттан бизнес-пландары менән килергә мөмкинселек бирәбеҙ.