Сара микрокредит алыу мөмкинлектәре, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшен финанслау һәм уға ярҙам итеүҙең заманса ҡоралдары тураһында күберәк белергә теләгән урындағы эшҡыуарҙарҙы йыйҙы.
Эмиль Бикташев, Башҡортостан микрокредит компанияһы хеҙмәткәре:
Ейәнсәра һәм Хәйбулла райондарының район үҙәктәрендә микрокредитлауҙың төрлө программалары, займға алыу шарттары һәм уларға талаптар хаҡында һөйләнем. Сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашыу һәм үҙ проекттарын үҫтереү өсөн ошондай осрашыуҙарҙың әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан микрокредит компанияһы йылына 4,5% процент ставкалары буйынса займдар бирә: микрозаймдар алыуға заявкаларҙы компания сайты һәм шулай уҡ РФ МСП-ның федераль цифрлы платформаһы аша бирергә мөмкин centerrb.ru/.
Белешмә өсөн +7 (347) 246-20-50 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.