Иҡтисад
17 Апрель 2025, 10:17

Стәрлетамаҡ ҡалаһы яңы төҫ аласаҡ

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур эштәр башҡарыласаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы яңы төҫ аласаҡСтәрлетамаҡ ҡалаһы яңы төҫ аласаҡ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы яңы төҫ аласаҡ

«Стәрлетамаҡ — креатив ҡала» проектын финанслауҙың дөйөм күләме 100,5 миллион һум тәшкил итә. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә туристик-мәғлүмәт үҙәге, йәрминкә һәм ваҡиға зоналарын, күҙәтеү майҙансыҡтарын, бәләкәй архитектура формаларын, биналарҙы  яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу планлаштырыла, был ҡаланың шәхси туристар һәм туристик төркөмдәр өсөн йәлеп итеүсәнлеген арттырасаҡ.

- Проект Стәрлетамаҡҡа күберәк туристарҙы йәлеп итеүгә һәм урындағы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ҡала матур һәм сәйәхәтселәр өсөн уңайлы буласаҡ, был уның туристик дестинация статусын күтәрәсәк. Был, үҙ сиратында, ҡаланың иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итәсәк, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас