

Башҡа программалар ярҙамында тағы ла 70 объект тәртипкә килтереләсәк. Бөтәһе 164 йәмәғәт биләмәһе яңырыу көтә. Бынан тыш, 2019 йылдан Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары тигән Бөтә Рәсәй конкурсында әүҙем ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә республиканан 34 проект еңеүсе булған, шуларҙың 27 – һе тормошҡа ашырылған да инде. Был күрһәткес буйынса республика ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй. Был маҡсатҡа бөтәһе 5,5 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 3 миллиард һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Әлеге ваҡытта, 2023 йылда еңгән проекттар тамамлау өҫтендә. Улар араһында, Баймаҡта «Ирекле яр», Ишембай районы Верхотор ауылында "Верхотор – заман театры" бар. Шулай уҡ, Бәләбәйҙә, Благовещенда, Нефтекамала, Салауатта һәм Учалыла 2024 йылда еңгән тағы биш проект тормошҡа ашырыла башлана.