

Шуларҙың 716 партияһы 616 тонна ауырлыҡтағы ҡош итен Мәләүез районынының ярымфабрикаттар етештереү буйынса предприятиеһы әҙерләгән. Әзербайжанға 87 тонна башҡорт күркәһе оҙатылған, Африка континенты илдәренә 81 тонна һатылған.
-Етештереүселәр экспорт сертификацияһын үтте һәм экспортерҙар реестрына һәм таможня союзы реестрына индерелде. Тейәп оҙатыу алдынан бөтә ит продукцияһы „ВНИИЗЖ“ Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Россельхознадзор ҡарамағындағы һынау лабораторияларында лаборатор һынауҙар үтте һәм импортлаусы илдең талаптарына тап килә, - тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты: 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү, тип хәбәр итте «Башинформ».