Иҡтисад
30 Апрель 2025, 05:36

Эшҡыуарлыҡ эшенә өйрәтәсәктәр

Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә өйрәнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Эшҡыуарлыҡ эшенә өйрәтәсәктәрЭшҡыуарлыҡ эшенә өйрәтәсәктәр
Эшҡыуарлыҡ эшенә өйрәтәсәктәр

Ошо көндәрҙә республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының генераль директоры Элиана Сәйетова Һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 

Килешеүгә ярашлы, махсус операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ уларҙың туғандары, өйҙәренә ҡайтҡас,  семинарҙарҙа уҡый, яңы һөнәр буйынса ҡайтанан әҙерлек үтә, яңы күнекмәләр ала, был уларға бизнес алып барырға ярҙам итәсәк. 

Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды менән берлектә эшләү үҙ ойошмаһында ҡатнашыусылар өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар йәмәғәт тормошона яраҡлашырға тейеш һәм үҙ эшен алып барыу, һис шикһеҙ, быға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

- Беҙ был тәжрибәне үҙебеҙҙең ойошма ағзаларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү өсөн ҡулланырға әҙербеҙ.  Ҡатнашыусыларҙың социаль яраҡлашыуына һәм һөнәри әҙерлегенә булышлыҡ итеү,  эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ», — тине Элиана Сәйетова.

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас