Иҡтисад
2 Май 2025, 06:29

Халыҡ үҙ фекерен белдерҙе

Һуңғы ваҡытта «Салауат совхозы» утарында карьер төҙөү ихтималлығы тураһында күп фекерҙәр йөрөй. Социаль селтәрҙәрҙә лә был тема байтаҡ бәхәстәр тыуҙырҙы. «Салауат» ЯСЙ-һы вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында урындағы халыҡ менән осрашыуҙарға сыҡты.

Һуңғы ваҡытта «Салауат совхозы» утарында карьер төҙөү ихтималлығы тураһында күп фекерҙәр йөрөй. Социаль селтәрҙәрҙә лә был тема байтаҡ бәхәстәр тыуҙырҙы. «Салауат» ЯСЙ-һы вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында урындағы халыҡ менән осрашыуҙарға сыҡты. Уларҙың тәүгеләре Буранғол һәм Амангилде ауылдарында уҙҙы. 

Буранғол ауыл биләмәһендәге осрашыуҙа «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев Силәбе өлкәһендәге Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты миҫалында баҡыр табыу технологиялары менән таныштырҙы. Халыҡ иғтибарына тәҡдим ителгән видео-презентацияла Томинск тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге күрһәтелде. 2020 йылда асылған предприятие илдең тау-байыҡтырыу производствоһында иң ҙур һәм юғары технологиялы предприятиеларҙың береһенә әйләнгән. Томинск тау-байыҡтырыу комбинатының етештереү ҡеүәте йылына 45 миллион тонна мәғдән тәшкил итә, уның концентратында 145 мең тоннаға тиклем баҡыр етештерелә. 1300 эш урыны булған комбинатта мең эшсе урындағы халыҡ иҫәбенән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды сығыш яһаусы. Предприятие заманса технологиялар буйынса эшләй һәм мәғдәндә файҙалы компонент аҙ булған ятҡылыҡтарҙы ла һөҙөмтәле эшкәртергә мөмкинлек бирә. Таһир Тимербай улы комбинат хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы эш шарттары булдырылыуы, уларҙың лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыуы, социаль гарантиялар  хаҡында һөйләне. Шулай уҡ комбинат урынлашҡан төбәктә дауаханалар, балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт объекттары төҙөлөшө һәм ремонты, юлдарҙы тәртипкә килтереүҙә ярҙам күрһәтелеүен, ҡаҙнаға ҙур һалымдар түләнеүен әйтте. 
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев компанияның «Салауат совхозы» утары янындағы ятҡылыҡта геологоразведка үткәреүгә рөхсәт биреүсе дәүләт лицензияһын алыуы хаҡында, эҙләнеү эштәре ятҡылыҡта баҡырҙың тейешле күләмдә булыуын асыҡлаһа, комбинат төҙөү ихтималлығын белдерҙе.
 Осрашыуҙа шулай уҡ РМК-ның экологик мониторинг һәм контроль бүлеге начальнигы Евгения Иванкина, тау-байыҡтырыу комбинаты экологы Диана Кәримова, «Башнедра» тау-геологик мираҫ, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов, Өфө фән һәм технологиялар институтының кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы, геология-минерология фәндәре кандидаты, доцент Владимир Никонов сығыш яһаны. Улар ятҡылыҡта геологоразведка эштәренән һуң төҙөләсәк комбинаттың тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеүсе заманса технологияларҙы ҡулланыу һәм эштең бөтә стадияларында ла экологик күрһәткестәрҙе күҙәтеүгә төп баҫым яһаны. Эксперттар раҫлауынса, проект документацияһының талаптары ҡаты һәм уларҙы үтәмәү мөмкин түгел, шуға ла комбинатҡа эштең бөтә этаптарында тәбиғәтте, һыу сығанаҡтарын һаҡларға һәм эштәр тамамланғандан һуң ерҙәрҙе тергеҙергә кәрәк. Геологтар билдәләүенсә, ер аҫты эҙләнеүҙәре экосистемаға артыҡ зыян килтермәй ятҡылыҡтың ҡеүәтен баһаларға мөмкинлек бирәсәк. Ятҡылыҡты эшкәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң ғына комбинат төҙөлөшө башланасаҡ. Таһир Тимербай улы компания халыҡ менән асыҡтан-асыҡ осрашыуҙарҙы дауам итергә, уларҙың фекерен иҫәпкә алырға һәм экологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәрен бирергә әҙер, тип белдерҙе.
Буранғол ауылы биләмәһендә йәшәүселәр менән осрашырға килгән вәкилдәрҙе иғтибар менән тыңлағандан һуң һүҙ урындағы халыҡҡа бирелде. Әйткәндәй, һөйләшеүгә Буранғол һәм эргә-тирәһендәге ауылдарҙан тыш, Өфө, Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан, райондың башҡа ауылдарынан да кешеләр күп йыйылды. Был аңлашыла. Халыҡ үҙ ере, тәбиғәте өсөн борсола. Ризаһыҙлыҡ өсөн төп сәбәп — буласаҡ карьерҙың тап Кесе һәм Оло Ҡыҙыл йылғалары башы урынлашҡан райондың иң гүзәл төбәгендә булыуы һәм был матурлыҡтың юҡҡа сығыуы. Буранғол биләмәһендә йәшәүселәр исеменән һүҙ тотҡан Хәйҙәр Мәғәфүров, Рәфис Солтанов, Мәрғүбә Оморҙаҡова, Гөлфиә Ниғмәтова, Гөлниса Солтанова һ.б. асыҡтан-асыҡ үҙҙәренең борсолоуҙарын белдерҙе: уникаль тәбиғәткә зыян килеү ихтималлығы, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр һәм йәнлектәр өсөн хәүеф, эсер һыу сифаты насарайыуы. Ҡыҙыл йылғаһы район ауылдарынан тыш, Магнитогорск ҡалаһы халҡын һыу менән тәьмин иткән йылға булып тора. Улар үҙҙәренең ярһыулы сығыштарында карьер соҡоу, комбинат төҙөү генә түгел,  геологоразведка эштәрен үткәреүгә ҡаршы фекерҙәрен белдерҙе. «Беҙгә матур тәбиғәтебеҙ, таҙа һулар һауабыҙ, саф эсәр һыуыбыҙ, һаулығыбыҙ ҡәҙерле. Беҙ ҡаршы», — сығыш яһаусыларҙың төп фекере шундай булды.
Исхаҡ ауылы халҡы исеменән һүҙ тотоусы Һиммәт Лоҡманов үҙенең борсолоуын белдерҙе. Улар Салауат совхозына иң яҡын ауылдарҙың береһе  — уның алыҫлығы 8,5 саҡрымда ғына. Был ауылда үткән быуаттың 60-сы йылдарында Себер язваһы ауырыуы асыҡланыуы, сирле малдар торған ихатаның бетон япма менән ҡапланыуы хаҡында һөйләне. Ауыл халҡы «Ятҡылыҡта шартлау эштәре башланһа, бетон ярылмаҫмы?» тип хәүефләнде. Тағы ла күптәр «Салауат совхозы» утары янында радиактив ҡалдыҡтар күмелеүе, был хаҡта иҫкәртеүсе табличкалар булыуы, тик ваҡыт үтеү менән был яҙыуҙарҙың юҡҡа сығыуы тураһында бәйән итте.
Магнитогорск ҡалаһынан экоактивист Дмитрий Гаврилов «Яҡтыгүл» күле,  курорт төбәге лә ятҡылыҡтан алыҫ түгел — 12 саҡрымда булыуын, комбинат төҙөлгән осраҡта район халҡын бихисап эш урындары менән тәьмин иткән, урындағы ҡаҙнаға ҙур һалымдар түләгән ял йорттарының юҡҡа сығыуын әйтте. «Салауат» ЯСЙ-һы директоры был һорауҙарға яуап ҡайтарып, халыҡтың борсолоуы урынһыҙ булыуы, карьерҙа һәм комбинатта санитар, экологик, хәүефһеҙлек талаптары ҡәтғи үтәләсәген белдерҙе. 
— Халыҡтың борсолоуын аңлайым. Тәбиғәткә, ауылдар, курорт төбәгенә бер ниндәй ҙә зыян килмәйәсәк. Тәү сиратта ятҡылыҡ һәм уның эргә-тирәһендә махсус гидрогеологик скважиналар ҡаҙыласаҡ. Шунан бөтә һыу үткәргән ҡатламдарҙың фильтрация характеристикалары өйрәнеләсәк. Ошоға таянып, иң хәүефһеҙ ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Кесе һәм Оло Ҡыҙыл йылғаларының инешен бысратмау өсөн бөтә саралар күреләсәк. Шулай уҡ комбинатта етештереүҙә ҡулла-нылған һыу бер ҡайҙа ла ағыҙылмаясаҡ, ул һыу фильтрация үтеп, өҙлөкһөҙ әйләнештә буласаҡ, — тип эш алымдары хаҡында аңлатты Таһир Тимербай улы. — Карьерҙан туҙан осмаһын өсөн унда даими рәүештә һыу һиптереләсәк, таш сығарған йөк машиналары ҡаплаулы буласаҡ. 
Буранғол ауылындағы осрашыуҙа сығыш яһаған һәр кем карьер асыу, комбинат төҙөүгә ҡаршы булыуҙарын еткерҙе.
«Салауат» ЯСЙ-һы вәкилдәре артабан Амангилде ауылында ошо биләмәлә йәшәүселәр менән осрашты. Бында ла халыҡ тәүҙә видео-презентация ҡараны, Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты. Артабан йыйылышта ошо комбинат хеҙмәткәре, Ҡаҙмаш ауылы кешеһе Рәфҡәт Абдуллин предприятиелағы эш шарттарынан һәм хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәт булыуын, комбинатта экология һәм хәүефһеҙлек талаптары тулыһынса үтәлеүен ентекле һөйләне.
— Мин дә быға тиклем карьер асыу, комбинат төҙөүгә ҡаршы инем. Томинск ГОК-ына экскурсияға барып ҡайтҡандан һуң фекерем ҡырҡа үҙгәрҙе. Өфөлә ай буйына эшләп 80 мең һум ала инем, бында ике аҙнаға 75 мең һум түләнә. Комбинат булһа, йәштәргә лайыҡлы эш булыр ине. Вахтаға, ситкә йөрөп, ғаиләләренән, балаларынан оҙаҡ ваҡытҡа айырылмаҫтар, йәштәр күпләп ауылда ҡалырҙар ине. Район мәнфәғәтендә ҙур эштәр башҡарырға әҙерҙәр, — тине Рәфҡәт Абдуллин. 
Иштимер Ғүмәров та Томинск комбинатына барып ҡайтҡандан һуң, фекерен үҙгәртеүен белдерҙе.
Рим Яхин Томинск комбинаты яланда, тигеҙ урында урынлашыуы, ә беҙҙә карьер һәм комбинаттың таулы урында булыуы арҡаһында ҡалдыҡтар һаҡлағыстың (хвостохранилище) ҡар, ямғыр һыуҙары арҡаһында йырылып китеү ҡурҡынысы ихтималлығы тураһында һорау бирҙе. 
— Бындай таулы урында эшләү тәжрибәһе бар. Хабаровск крайындағы Малмыж ятҡылығында комбинат ҡатмарлы рельефта урынлашҡан. Ҡалдыҡ һаҡлау урыны гидроизоляция ҡатламын һәм заманса технологияларҙы ҡулланып төҙөләсәк, шуға борсолорға урын юҡ, — тип яуап бирҙе «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев. — Ҡалдыҡ һаҡлау урыны тирәләй һыу балансын контролдә тотоу өсөн каналдар һәм насос станциялары булдырыласаҡ.
Раян Мәғәфүров эсер һыуҙың бысрауына, ҡоролоҡ йылдарында тауыҡ кисеп сығырҙай булған йылғаның бөтөн-ләй һайығыуына әсенеп сығыш яһаны. Ул шулай уҡ үҙе табип булараҡ Исхаҡ ауылында Себер язваһы менән сирле малдарҙың күмелеү урынына бәйле борсолоуын белдерҙе.
Осрашыуға килеүселәргә был һорауға республиканың ветеринария дәүләт комитетының бүлек начальнигы Александр Деблик компетентлы яуап ҡайтарҙы. Ул 1959 йылда Исхаҡ ауылында асыҡланған сирле малдың юҡ ителгәнен, ә ауырыу табылған ихатаның ере 2015 йылда бетон япма менән ҡапланыуын әйтте.
Р. Мәғәфүровтың «Салауат совхозы» утары тирәһендәге радиактив ҡалдыҡтар күмелеүен һәм радиация фоны тураһындағы һорауы буйынса Т. Бәхтигәрәев тикшереү үткәрергә һәм һөҙөмтәләр тураһында халыҡҡа еткерергә вәғәҙә бирҙе.
Осрашыуҙа Таһир Тимербай улы биләмәлә йәшәүселәрҙең бөтә һорауҙарына ла ентекле яуаптар ҡайтарҙы, бөтә эштәр ятҡылыҡ урыны ныҡлы тикше-релгәндән һуң ғына башланасаҡ, тип ышандырҙы. Бындай осрашыуҙар һәр ауыл биләмәһендә буласаҡ.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас