Иҡтисад
8 Май 2025, 03:00

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында бәйләнеш әүҙемләшә

Башҡортостан компаниялары Үзбәкстанда  "ИННОПРОМ Урта Азия” күргәҙмәһендә 2,8 миллиард һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында бәйләнеш әүҙемләшәБашҡортостан менән Үзбәкстан араһында бәйләнеш әүҙемләшә
Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында бәйләнеш әүҙемләшә

Өфөлә күп функциялы эшлекле комплекс төҙөү буйынса проект иң ҙуры булған. Инвестициялар күләме 2,3 миллиард һумға баһалана. Килешеүгә Өфөнөң «Башглобалгрупп» компанияһы һәм Үзбәкстан экспортерҙары Ассоциацияһы ҡул ҡуйған.

      «Урал нуры» компанияһы Үзбәкстандың дүрт тәьмин итеүсеһе менән  емеш-еләк һәм йәшелсә импорты тураһында һөйләшеп килешкән.

Килешеүҙәр суммаһы 236,4 млн һум тәшкил итә. «Октош Текстиль» предприятиеһы һәм Өфө эшҡыуары Гөлсөм Усаева  200 миллион һумға производство келәте төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. "Башспирт" үзбәкстан баҙарына 50 миллион һумлыҡ алкоголь поставкалау тураһында һөйләшеп килешкән.

    Бынан тыш, Башҡортостандан Үзбәкстанға тәүге 20 тонна ҡымыҙ ебәрергә йыйыналар. Ә урта азия республикаһынан төбәккә ауыл хужалығында һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙә ҡулланылған вермикулит минералын оҙатыуҙары мөмкин. Бынан тыш, форумда  Өфөлә Үзбәкстан республика тауар-сеймал биржаһы филиалын асыу һәм урында емеш-еләк һәм ҡоро емеш-еләк төрөү һәм эшкәртеү буйынса предприятие төҙөү мөмкинлеге тикшерелде. Әйткәндәй, Башҡортостан менән Үзбәкстандың ике яҡлы бәйләнештәре 2022 йылдан әүҙемләште. 2024 йылдың 11 айында ике республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20 процентҡа тиерлек артҡан. Башҡортостандың Үзбәкстанға экспорты былтыр — 14,7 процентҡа, ә импорт 68,5 процентҡа артҡан.

 

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас