Иҡтисад
8 Май 2025, 02:50

Консерва заводы төҙөлә

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы «Нефтекама консерва заводы»н яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен «Нефтекама» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә индергән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Консерва заводы төҙөләКонсерва заводы төҙөлә
Консерва заводы төҙөлә

Компания ҡалала 195 миллион һумға консерва заводы төҙөргә ниәтләй. Экология яғынан таҙа районда  мал итен эшкәртеү һәм консервалау циклы менән консерва производствоһын булдырыу планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырғас 39 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Инвестор проектты 2025-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырырға иҫәп тота. Компания 2029 йылға тулы ҡеүәтенә сығырға ниәтләй. Яңы производствола ит консервалары, ит-үҫемлек консервалары, ярмалы ит-үҫемлек консервалары, шулай уҡ быяла һәм ҡалай банкаларҙа паштеттар һәм башҡа консервалар сығарыу планлаштырыла.

       ТОР резиденты сифатында компания һалым преференцияларын аласаҡ, атап әйткәндә, табышҡа, мөлкәткә һалымдар, дәүләт милкен ҡуртымға алыу буйынса льготалар бирелә.  Резидент статусы шулай уҡ инвесторҙарға сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға ер участкаһы алырға мөмкинлек бирә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас